"Миңә Башҡортостандан мөрәжәғәттәр килеп етте. Республикала барған хәл-ваҡиғаларға, сода компанияһы тирәләй бәхәскә иғтибар бирҙем. Кемдер эш урындары өсөн, икенселәр тәбиғәтте һаҡлап ҡалыу, экология, мәҙәни ҡимәттәр өсөн борсола. Шуға иғтибар иттем: БСК-ның контроль пакеттары кемдеңдер шәхси милке булып тора. Предприятие килтергән аҡса бөтөнләй төбәктә ҡалмай, ҡайҙалыр ситкә китә. Уҙған йылда йыллыҡ килем 45 миллиард һум тәшкил иткән, инвестиция маҡсаттарына тик 2,5 миллиард һум ғына бүленгән. Аҡса ҡайҙа? Минең аңлауымса, ул акционерҙар йәшәгән илдәргә китеп тора - Швейцарияға, Францияға һәм Кипрға. Әгәр бында, Рәсәйҙә, эшләйһегеҙ икән, ҡул аҫтығыҙҙағы кешеләр, инфраструктура, социаль өлкә тураһында, эш урындары хаҡында уйларға кәрәк. Компания хужалары оҙайлы хеҙмәттәшлек алып барырға ниәтләнмәй, ахыры, нисек тә булһа тиҙ арала аҡса эшләргә, унда-бында "һығып ҡалырға" тырыша.
Рәсәй Хөкүмәтен һәм республика етәкселеген был мәсьәләне тиҙ арала хәл итеүен үтенәм. Башҡортостан халҡы дөрөҫлөк яғында. Әлбиттә, хәлдең конфликтҡа ҡәҙәр барып етеүе бик насар. Прокуратуранан ойошманың килешеүҙәрен тикшереүен талап итәм".