"Ағиҙел" журналының 8-се һаны үҙенсәлеклеге менән айырылып тора, уның биттәрен тулыһынса тиерлек бер роман биләй. Башҡорт әҙәбиәтендә бығаса Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовҡа арналған күләмле әҫәр юҡ ине, был хәлде атаҡлы яҙыусыбыҙ Ғәлим Хисамов үҙенең киң йөкмәткеле һәм уйландырғыс яҙмаһы менән төҙәтеп ҡуйҙы. Автор хәбәр итеүенсә, документаль романдың дауамы ла буласаҡ.
Журналдың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин 8-се һанға һәм романға биргән ҡылыҡһырламаһында: "Бер әҫәрҙең тотош бер һанды биләп баҫылыуы “Ағиҙел” журналының тарихында булғаны юҡтыр. Бындай хәл-күренеш башҡорт матбуғатында тәүгә түгел, мәҫәлән, үткән быуаттың туҡһанынсы йылдар уртаһында“Шоңҡар” журналы ғалим Салауат Ғәлләмовтың “Урал батыр” хаҡындағы фәнни тикшереүен бер һан итеп биреп аптыратҡайны. Беҙ ҙә һеҙҙе аптыратырға, һөйөндөрөргә булдыҡ. Әлеге юлға бармаһаҡ, әҫәр өс-дүрт һанда дауам итер һәм уҡыусыла урыҡ-һурыҡ тәьҫораттар ҡалдырыуы ихтимал ине. Әҫәрҙең художество кимәленән, ҡыҙыҡлы йөкмәткеһенән, ундағы үҙенсәлекле тарихи факттарҙан бигерәк, быуатыбыҙҙың оло шәхесенә, яңы республикабыҙҙың аяҡҡа баҫыу дәүеренә йәғни әлеге быуын кешеләренең һәр береһе шаһит булған, йә яҙмышына, тормошона туранан-тура үҙ эҙен ҡалдырған заманға ҡағылышлы булыуы менән ҡәҙерле һәм һиммәтле был роман!
Әҫәрҙә күренекле шәхесебеҙҙең:
– бер кемгә лә оҡшамаған үҙенсәлекле характеры;
– холҡоноң башҡалар күҙлегенән сәйер булып тойолған күркәм яҡтары;
– ябайлығына уралған тәрән диҡҡәте;
– шаянлығына төрөлгән етдилеге;
– парадоксаль ихласлығы;
– халҡына хас эскерһеҙлеге;
– нәзәкәтле кинәйәһе;
– ил, Ватан, моң, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һ.б. сифаттары бар тулылығында художестволы деталдәр, әҙәби алымдар менән бәйән ителә.
Булыр бала биләүҙән, тиҙәр. Мортаза бала саҡтан үҙен алдынғы ҡарашлы, аҡыллы, киң фекерле кеше итеп тәрбиәләй. Эйе, ул мәктәптә үк лидер була. Мәҫәлән, романда уның бер ҡыҙҙы яҡлап һуғышҡаны һүрәтләнә. Бер мәл кейем элгән бүлмәгә барып инһә, Гена тигән малай бер ҡыҙҙы урыҫса насар белгәне өсөн үсекләп маташа. Мортаза уны яҡлап һуғышып китә. Әгәр ҙә ул шунда ҡыҙҙы яҡламай ситкә китһә, тарих шуның менән ябылыр ине.
Үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы ваҡиғалар күбебеҙҙең аңына ла, ҡанына ла һеңгән, ғәренә лә тейгән, йәненә лә еткән. Шундай заман Мортаза Рәхимовты барлыҡҡа килтерә. Туҡтауһыҙ ҡытыршылыҡтар, көн һайын хәл ителергә тейешле мәсьәләләр Мортаза Рәхимовты көрәштең уртаһына килтереп ҡуя. Унда йә үләһең, йә тере сығаһың, башҡа юл юҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улының сәйәсәткә инергә ҡарар ҡылыуы киләһе ваҡиғала күрһәтелә. Бер мәл Рәхимов тыуған ауылына ҡайтып килергә була. Ауылдаштары менән күрешеп һөйләшә. Уларҙың үҙе сығып киткән замандағы һымаҡ ябайлығы күңеленә үтеп инә. Шул саҡта ауылға Ырымбур яғынан автолавка килгән була. Улар сауҙа итә. Бер ауылдашы: “Ошо автолавканы нишләп үҙебеҙҙекеләр ойоштора алмай икән?” – тип ысҡындыра. Быны ишеткән завод директоры уйға ҡала. Ысынлап та, ниңә үҙебеҙ ойоштора алмайбыҙ һуң, тигән һорау килеп тыуа. Был – Башҡортостан Юғары Советы депутаты буласаҡ кешенең ошо йәһәттән беренсе уйы. Тормош, заман уға шундай юлдан китергә үҙе ҡуша. Мәжбүр итә. Ауылдан сыҡҡан ябай малайҙың завод директоры, һуңынан милли республика лидеры, яңы Рәсәй дәүләтселеген төҙөүҙә ҡатнашҡан сәйәсмән булып китеүе үҙе бер феномен. Юғары осошло юлды кеше яҙмыш йылмайыуы ярҙамында ғына үтә алмай. Бының өсөн шәхес фиҙакәрлеге, рух бөйөклөгө талап ителә, – ти.
Әҫәр уҡыусыларыбыҙ күңеленә лә хуш килер тип ышанабыҙ, журналдың социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәрендә документаль роман хаҡындағы фекерҙәрегеҙ, тәьҫораттарығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ! Бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ!