Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2020, 15:17

“Мин һеҙҙең ҡаршығыҙға бер ҡасан да курткала килеп ултырманым”

#Ағиҙелжурналы

Бөгөн республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә ваҡытында Радий Хәбиров етәкселәрҙең тетмәһен тетте.
Уға кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың өҫкө кейеме оҡшаманы. Төбәк Башлығы әйтеүенсә, кәңәшмәне меңдәрсә кеше ҡарай һәм бында тейөшенсә кейенергә кәрәк.
– Мин һеҙҙең ҡаршығыҙға бер ҡасан да курткала килеп ултырманым. Үҙегеҙҙең ҡиәфәтегеҙҙе тәртипкә килтерегеҙ. Минең дә кабинетта спорт курткаһы эленеп тора, кешеләр янына барғанда күлдәк йәки костюм кейеп һөйләшәм. Хөрмәт итегеҙ, минең сапаларға тейешенсә кейенеп килегеҙ. Тағы берҙе ҡабатлайым: был – аҙнаның төп кәңәшмәһе һәм бөтөн республика беҙгә ҡарай, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Читайте нас: