Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2020, 11:57

Милли проект: Күмертау дауаханаһының матди-техник базаһы яңыртыла

#нацпроекты

Ошо көндәрҙә Күмертау дауаханаһына юғары етештереүсән яңы сканерҙар килтерелде.
Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указын үтәү маҡсатында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә башҡарылды.
- Күҙәтеүсе микроскоп тикшерелә торған туҡыманы ентекле өйрәнергә мөмкинлек бирә. Пандемия шарттарында микроскоп шулай уҡ COVID-19 инфекцияһын диагностикалауҙа ҙур ярҙам күрһәтә, - тип асыҡланылар Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.
Шуныһын билдәләп үтергә кәрәк, барлыҡ һөҙөмтәләр сервера һаҡлана, ә конфиденциаль мәғлүмәт учреждениела ҡала.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: