Яңылыҡтар
24 Августа 2020, 10:49

Мәғариф учреждениелары ҡасан асылыр?

#Ағиҙелжурналы

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә күптәрҙе борсоған һорауға республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин асыҡлыҡ индерҙе.
1 сентябрҙән бөтә балалар баҡсалары һәм мәктәптәр асыласаҡ. Белем көнөндә тантаналы линейкалар тик I, IX һәм XI класс уҡыусылары өсөн генә ойошторола. Улар санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләргә ярашлы үтәсәк.
Студенттарҙың күпселеге быйылғы уҡыу йылын ситтән тороп башлаясаҡ. Ғәҙәти тәртиптә беренсе һәм һуңғы курс студенттары ғына уҡыясаҡ. Бындай саралар 1 ноябргә тиклем дауам итер тип көтөлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров мәктәп формаһы буйынса фекерҙәрен еткерҙе, ата-әсәләрҙең бөтәһен дә көсләп, берҙәм форма алдырмағыҙ, тине.
Читайте нас