Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2020, 19:07

БСК республика хөкүмәтен шантажлай башланы

#Ағиҙелжурналы

“Башҡортостан сода компанияһы” етештереү күләмдәрен ҡыҫҡартырға, персоналды эштән ебәрергә ниәтләй һәм быйыл республика Хөкүмәтенең социаль маҡсатлы программалары фондына 6600 миллион һум түләмәйәсәк. Был хаҡта “РБК”-ға интервьюһында БСК-ның генеральный директоры Эдуард Давыдов белдерҙе.
Эдуард Давыдов һүҙҙәренә ҡарағанда, әлегә предприятиеның Ҡуштау урынына бер ниндәй альтернативаһы һәм башҡа пландары юҡ.
“Беҙ шундай позицияла торабыҙ: сеймал ике йылға ҡалды. Шуға күрә, инвестпрограмманы ҡыҫҡартабыҙ. Етештереү күләмдәрен ҡыҫҡартырға кәрәк, ә был үҙ сиратында персонал һанының кәмеүенә килтерәсәк”, - тине Эдуард Давыдов.
Шулай уҡ ул быйыл компания социаль өлкәгә түләүҙәре, моғайын, шаҡтай кәмер, тине.
Башҡортостандың сәнәғәт министры Александр Шельдяев фекеренсә, компания вәкиленең был белдереүҙәре, республика Башлығының Ҡуштау буйынса ҡарарына яуап итеп, Хөкүмәтте шантажлауға бик оҡшаған.
Читайте нас: