Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Август 2020, 12:51

Ауыл мәктәптәрендә спорт залдары ремонтлана

#нацпроекты

2024 йылға тиклем Башҡортостанда 288 ауыл мәктәбендә физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник базаны яңыртыу планлаштырыла.
Республика Хөкүмәте менән мәғариф һәм фән министрлығы араһында әлеге күләмле проектты тормошҡа ашырыуға тейешле килешеү күртән төҙөлгән. Проект спорт залдарын һәм майҙансыҡтарын яңыртыуҙы, шулай уҡ мәктәп спорт клубтарын үҫтереүҙе күҙ уңында тота”, - тип аңлаттылар Башҡортостандың мәғариф һәм фән министрлығында. Алдағы уҡыу йылында ауылдарҙа һәм кесе ҡалаларҙа 43 мәктәп спорт залы яңыртыласаҡ.
Бөгөнгө көндә республика муниципалитеттары мәктәп спорт залдарын ремонтлауға һәм йыһаздар һатып алыуға 100-гә яҡын килешеү төҙөлгән.
Күләмле проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән ҡабул ителгән “Демография” һәм “Мәғариф” милли проекттары сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Читайте нас: