Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Август 2020, 01:25

Яңы уҡыу йылы уңайынан республика район-ҡалалары мәктәптәренә 38 автобус бүләк ителде

#Ағиҙелжурналы

Автобустарҙың сираттағы партияһынан асҡыстарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре талаптарын иҫәпкә алып уҡыусыларҙы 10 йылдан ашыу файҙаланылған автобустарҙа йөрөтөргә рөхсәт ителмәй.Яңы транспортта балаларҙы ташыу өсөн бөтә уңайлыҡтар ҡаралған.
Автобус сәғәтенә 60 километр тиҙлектә генә хәрәкәт итә ала, махсус система артыҡ тиҙлекте тикшереп тора. Ҡыштарын салонда йылытыу системаһы көсәйтелгән тәртиптә эшләйәсәк. Башҡортостанда 40 меңдән ашыу малайһәмҡыҙ мәктәпкә транспортта йөрөтөлә. Быйыл төбәктә уҡыу йорттарының автобус паркын яңыртыуға республика бюджетынан 106 млн һум аҡса бүленгән.
Читайте нас: