Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2020, 22:07

"Ҡуштауға айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреүгә документтар әҙерләнгән"

#Ағиҙелжурналы

Республика башлығы Радий Хәбиров Ҡуштау экоавтивистары менән осрашты. Сарала кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса Совет ағзалары, журналистар ҙа ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ике аҙна эсендә Ҡуштау буйынса компромисс табырға саҡырҙы. Ошо маҡсатта Координация кәңәшмәһе ойошторорға ҡушты.
Унда Башкортостан сода компанияһы, Хөкүмәт вәкилдәре һәм активистар ҡатнашырға тейеш. «Әгәр ҙә 4 сентябргә уртаҡ килешеү табылмаһа, Хакимиәт тарафынан Ҡуштауға айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреүгә документтар әҙерләнгән», - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров «Сода» компанияһының хосусилаштырыуын хоҡуҡи яҡтан тикшерергә ҡушты. Башҡортостан Хөкүмәте предприятиеның контроль пакетын «Башхим» йәмғиәтенә күсереүгә бәйле килешеүгә баһа бирәсәк.
Читайте нас: