Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2020, 12:13

"Экология" милли проекты: Баймаҡта сүп-сар эшкәртеү заводы төҙөләсәк

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Эшҡыуарлыҡ мәсьәләһен хәл итеүгә Башҡортостандағы кеүек етди ҡараш Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ. Был йәһәттән Сибайҙа үткән Икенсе Бөтә Рәсәй Урал Аръяғы инвестиция һабантуйы бик емешле булды. Унда барлығы 10 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителде.
Эшлекле осрашыуҙа Баймаҡ районында йылына 100 мең тонна сүп-сар эшкәртеү ҡеүәтенә комплекс төҙөлөшө проекты ҡаралды. Инвестиция күләме - ярты миллиард һумдан ашыу. Йөҙҙән ашыу кеше яңы эш урыны менән тәьмин ителәсәк.
Форумда I һәм II класлы ҡалдыҡтар менән эш итеү, ҡыйлыҡтарҙы бөтөрөү буйынса байтаҡ заманса проекттар тәҡдим ителде. Улар барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указында ҡабул ителгән "Экология" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: