Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Август 2020, 12:06

Башҡортостанда йәшәүселәр ипотека кредиттары буйынса процент ставкаһын кәметә ала

#Ағиҙелжурналы

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы дәүләт ярҙамына 2018-2020 йылдарҙа илдең финанс ойошмаларында ипотека алған айырым категория граждандар дәғүә итә ала.
Субсидия республика ҡаҙнаһынан бүленә, матди ярҙам күп балалы, йә тулы булмаған ғаиләләргә, инвалид бала тәрбиәләүселәргә, мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға тәғәйенләнгән. Шулай уҡ быйыл COVID-19 инфекцияһы таралыуға бәйле 15 марттан 1 июнгә тиклем төп эш урынын юғалтҡан кешеләр ҙә ипотекаһын өлөшләтә ҡаплатыуға ғариза яҙа ала. Башҡортостандың торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡ халыҡҡа был дәүләт ярҙамын күрһәтеүҙә яуаплы.
Бөгөн туғыҙ банк менән субсидия бүлеүгә килешеү төҙөлгән. Шулай уҡ граждандарға яҡынса өс миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Программаға ярашлы, апрелдән йыл аҙағына тиклемгә айҙарҙа ипотеканың процент ставкаһы түбәнәйтелә. Шул уҡ ваҡытта кредит килешеүе 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2020 йылдың 1 апреленә тиклем төҙөлгән булырға тейеш.
Субсидия алыу буйынса финанс ойошмаға мөрәжәғәт иткәндә, документ мәшәҡәттәре юҡ кимәлендә. Шул уҡ ваҡытта ғариза яҙыуға ваҡыт та сикле. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралыҡтың рәсми сайтында белергә була.
Читайте нас: