Бөтә Рәсәй инвестиция икенсегә ойошторолдо. Быйыл төп иғтибар республикала эске туризмды, төбәк экспортын үҫтереү һәм эшкәртеү ойошмаларын төҙөүгә йүнәлтелде. Сибайҙа «Урал аръяғы агломерацияһы»н булдырыу планлаштырыла. Ҡала көньяҡ-көнсығыш райондары өсөн иҡтисади, мәҙәни, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау һәм спорт үҙәгенә әүерелергә тейеш. Күләмле форумда Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары, инвесторҙары, эксперттары, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Форум барышында эшлекле килешеүҙәргә лә ҡуйылды. Быйыл уларҙың күләме 10 миллиард һумға етте.
Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын тап бында ойоштороу Сибайҙы ҡала агломерацияһы булараҡ үҫтерергә булышлыҡ итәсәк. Киләсәктә ул моноҡалалар иҫәбенә инеүе ихтимал, һуңғы йылдарҙа яңы предприятиелар асылыуы күҙәтелә, халыҡ яңы хеҙмәт урындары менән тәьмин ителә.
Ҡалаларҙы социаль-иҡтисади яҡтан үҫтереү мәсьәләләре «Иннориджи йәки йәшәргә уңайлы булған ҡалалар» пленар ултырышында ҡаралды. "Халыҡтың ихтыяждарын тәрәнерәк өйрәнергә кәрәк, быны Ҡуштау менән булған ваҡиға иҫбатланы. Стәрлетамаҡ халҡын эш менән тәьмин итеүсе сода компанияһы артабан эшләһен өсөн сеймал мәсьәләһен бергәләп хәл итәсәкбеҙ", - тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан ауылдары Рәсәйҙең матур ауылдар селтәренә индерелеүе ихтимал. Проектта әле Удмурт республикаһы, Бүрәт республикаһы һәм башҡалар бар. Матур ауылдар ассоциацияһы менән республика хөкүмәте араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ә Нуриман һәм Ҡариҙел райондары биләмәһендә «Павловка» туристик рекрацион кластеры барлыҡҡа киләсәк. Был хаҡта шулай инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйылды. Сарала ауыл биләмәләрен үҫтреү, ауыл хужалығы тармағы, мәҙәниәт һәм башҡа өлкәләрҙә утыҙға яҡын инвестиция килешеүҙәре төҙөлдө.