Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2020, 13:47

Милли проект: Өфө сәнғәт училищеһы яңы музыка ҡоралдары менән тәьмин ителде

#миллипроект #нацпроекты

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә Өфө сәнғәт училищеһы яңы музыка ҡоралдары менән тәьмин ителде. Ошо маҡсатта республика һәм федераль ҡаҙнанан 30 миллион һум бүленде.
«Мәҙәниәт» милли проектының «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты сиктәрендә фортепиано бүлегенә генә алты рояль, туғыҙ пианино һатып алынған. Уҡытыусылар әйтеүенсә, был ысын мәғәнәһендә королдәрсә бүләк. Сөнки музыка ҡоралдары йөҙ процентҡа эшлектән сыҡҡан була.
Өфө сәнғәт училищеһының матди-техник базаһын нығытыуға төбәк һәм федераль ҡаҙнанан 30 миллион һум аҡса бүленгән. Кабинеттар тынлы, һуҡма, ҡыллы, милли музыка ҡоралдары менән тәьмин ителә. Шулай уҡ художество бүлегенә мольберт, стеллаж, фото ҡорамалдар, уҡыу әсбаптары һатып алынған. Быйыл уҡыу йортонда ҡабул итеү кампанияһы ҡыҙыу була. Бер урынға дүрт абитуриент дәғүә иткән. Яңы уҡыу йылынан училище стеналарында заманса шарттарҙа илаһи моң яңғыраясаҡ.
Читайте нас: