Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Август 2020, 12:48

Балтас районында “Мәғариф” милли проекты тормошҡа уңышлы ашырыла

#миллипроект #нацпроекты

Муниципаль район территорияһында «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә 5 төбәк проекты тормошҡа уңышлы ашырыла: “Заманса мәктәп”, “Киләсәк уҡытыусы”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Балалы ғаиләләргә ярҙам”, “Һәр баланың уңышы”.
«Заманса мәктәп» проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында Иҫке Балтас ауылының 1-се һәм 2-се урта мәктәптәрендә уҡыусыларҙа заманса технологик һәм гуманитар дәрестәр ойоштороу өсөн матди-техник база яңыртылды. Әлеге мәктәптәрҙә «Үҫеш нөктәһе» һанлы һәм гуманитар профилле белем биреү үҙәктәре булдырылған. 1 млн. 431 мең һумлыҡ технология кабинеты өсөн йыһаздар ҡайтарылды, 1 млн. 275 мең һумлыҡ йыһаздар һатып алынды.
Иҫке Балтас урта мәктәбенең «Үҫеш нөктәһе» базаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән «Взлетай!» проекты тормошҡа ашырыла. Мәктәп базаһында «Интерактив башҡорт», «Сәләмәт йылмайыу», «Спорт менән дуҫ бул», «Шахмат уйнарға өйрән», «Ирекле һөйләш» йүнәлештәре тормошҡа ашырыла. Проект сиктәрендә 1 млн. 65 мең һумлыҡ стоматология кабинеты йыһазландырылды. Бөгөнгө көндә 700 уҡыусыға профессиональ стоматологик ярҙам, бер нисә баланың тештәренә дауалау үткәрелде. Әлеге ваҡытта «Бейе!», «Руль артына ултыр» тигән яңы мәғариф кейстарын тормошҡа ашырыуға әҙерлек бара. 2020-2021 уҡыу йылында «Взлетай!» проекты райондың тағы бер мәктәбендә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
#миллипроект #нацпроекты
Читайте нас: