Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2020, 11:13

Радий Хәбиров Ҡуштау һаҡсылары менән осрашты

#Ағиҙелжурналы

— Ҡуштауҙа әйткән һүҙҙәремде ҡабатлайым: унда бер кем дә бармаясаҡ, һәм мәсьәлә хәл ителмәйенсә, эштәр башҡарылмаясаҡ. Минең ҡарашым: Ҡуштауҙы яҡлаусылар башлыса ихлас кешеләр, улар ысын йөрәктән тауҙы һәм тәбиғәтте ярата. Шул уҡ ваҡытта “Сода” хеҙмәткәрҙәре лә бар, уларға предприятиеның эшләүе кәрәк. Улар тураһында ла уйларға кәрәк. Бер-беребеҙгә булған мөнәсәбәткә ҡарамай уртаҡ ҡарар табырға кәрәк, – тип башланы һүҙҙе Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров белдереүенсә, тауҙы эшкәртә башлау тураһындағы ҡарар законға ярашлы һәм “БСК”ның рөхсәт документтары бар. Тик мәсьәлә законда түгел, ә халыҡтың позицияһында.
Алдан көтөлгәнсә, һөйләшеүгә бик күп кеше килде. Араларында тауҙы яҡлаусылар, йәмәғәтселәр, хәбәрселәр, кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса совет ағзалары, яҙыусылар, геологтар һәм башҡа бик күптәр булды.
Йәмәғәтсе Екатерина Телина фекеренсә, һөйләшеүҙә ике яҡ та ҡатнашһа ғына, компромисҡа килергә була. Һәм бында ике яҡтың да фекерен ҡарап эшләргә кәрәк.
– Әлеге ваҡытта беҙҙең йәмғиәттә донъяға ҡараш буйынса бүленеш бара, уны дауаларға кәрәк. Минең шундай принцип бар: “Ныҡлы дуҫлыҡ ныҡлы һуғыштан һуң башлана”. Беҙгә әрләште туҡтатырға һәм аралаша башларға ваҡыт, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе белдереүенсә, шаршамбы көндө “Сода” етәкселеге брифинг үткәрәсәк һәм уның барышында Ҡуштауҙы эшкәртеү өсөн булған барлыҡ рөхсәт документтарын күрһәтәсәк.
Осрашыу әлеге ваҡытта дауам итә. Ул бик ҡыҙыу бара. Йәмәғәтселәрҙең етәкселеккә һорауҙары бик күп ине. Һәм һәр береһенә яуап алдылар. Һөйләшеүҙәр артабан да дауам итәсәк.
Читайте нас: