Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2020, 18:06

Ипотеканы түләүгә ярҙам алығыҙ

#Ағиҙелжурналы

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: республика Хөкүмәтенең 2020 йылдың 6 майындағы 290-сы ҡарары нигеҙендә Башҡортостан бюджетынан 2018-2020 йылдарҙа Рәсәй кредит ойошмаларында торлаҡ (ипотека) кредиттары, (заемдар) алған граждандарға проценттар түләүгә субсидиялау тәртибе раҫланды. Әлеге саралар Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан инфекция арҡаһында килеп сыҡҡан эпидемиологик хәлгә бәйле рәүештә халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында күрелде.
Финанс ярҙамын өс һәм унан күберәк балаһы булған, йәиһә инвалид бала тәрбиләүсе ғаиләләр; 2020 йылдың 20 мартынан төп эш урынын юғалтҡан граждандар алырға мөмкин.
Хәҙерге ваҡытта Һаҡлыҡ банкы, "Россельхозбанк", ВТБ, "Рәсәй" акционерҙар йәмғиәте, Уралсиб, "СМП", "Газпромбанк" кеүек кредит ойошмалары менән ике яҡлы килешеү төҙөлгән.
Субсидия алыу документтарын рәсмиләштереү өсөн граждандарға кредит учреждениеларына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Һаҡлыҡ банкын ҡулланыусылар Өфөләге банк бүлектәрендә ғариза бирә ала.
Читайте нас: