Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Август 2020, 20:18

Битлек һәм бирсәткә – вирустан һаҡланыуҙың иң яҡшы ысулы

#ҡороновирус

Битлек һәм бирсәткә кейеү коронавирустан һаҡланырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, социаль дистанция ла бик мөһим тигән фекерҙә табиптар.

Һуңғы тәүлектә коронавирус таралыу статистикаһына килгәндә, республикала хәүефле сирҙе йәнә 30 кеше йоҡторған. Пандемия башланған көндән вирус менән зарарланыуҙың 7 мең 367 осрағы раҫланған. Дауаханаларҙа 11 кеше ҡала, уларҙың 9-ы ауыр хәлдә, өсәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә 51 кеше коронавирустан һауыҡҡан. Үлем статистикаһында үҙгәреш юҡ.
Читайте нас: