Коронавирусҡа бәйле һуңғы тәүлектәге статистикаға килгәндә хәүефле сир йәнә 35 кешелә табылған. Республикала вирус йоҡтороусыларҙың һаны 7 мең 337. Стационарҙа 115 пациент дауалана. 10 кеше ауыр хәлдә, уларҙың өсәүһе тын юлдарын яһалма елләтеү ҡоролмаһына тоташтырылған. Һуңғы тәүлектә тағы ла 11 кеше һауыҡҡан. Һуңғы 24 сәғәт эсендә үлем статистикаһы үҙгәрешһеҙ ҡала.