Уникаль ҡоролма оло йәштәге сирлеләр өсөн бирелгән. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, рентген аппараты киң ҡуллынылыш өсөн тәғәйенләнгән. Заманса йыһаздың хирургия, нейрохирургия, ортопедия, травматология, педиатрия, эндоскопия һәм урологияла файҙаһы бик ҙур. Уның ярҙамында хирургтар аҙ зыянлы әмәлиәт үткәреп, ауырыуға тиҙ арала аяҡҡа баҫырға ярҙам итәсәк.