Һуңғы ваҡытта Ҡуштау янындағы хәлдәр республика халҡын ҡурҡыуға һалды. Изге тауҙы яҡлап бер-бер артлы флеш-мобтар, экологик өмәләр ойошторолдо. Оҙаҡ ҡына был бәхәсле мәсьәлә хәл ителмәй торҙо. Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ишембай районында урындағы халыҡ менән аралаша.