"Мәғариф" милли проектының "Һәр бала уңышы" проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Башҡортостан 2020-2021 йылдарҙа федераль субсидияға эйә булды.
Республиканың мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың ауыл ерендә урынлашҡан 288 дөйөм белем биреү ойошмаһында 2020 йылда физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн матди-техник база яңыртылған. Мәҫәлән, Башҡортостандың Ҡалтасы районында Ҡуян дөйөм белем биреү мәктәбенең спорт залына капиталь ремонт яһалған.
Төрлө типтағы мәғариф ойошмаларында, ауыл ерендә һәм кесе ҡалаларҙа йәшәүсе балалар өсөн "Кванториум" мобиль технопарктары булдырылды.
Башҡортостанда "Һәр бала уңышы" проектын тормошҡа ашырыу буйынса эш 2021 йылда дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр.