Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Август 2020, 20:55

БАШҠОРТОСТАН ДАУАХАНАЛАРЫНА КҮСМӘ МАММОГРАФ АСҠЫСТАРЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

#сәләмәтлек

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Маммоэкспресс” өс күсмә маммография кабинетының һәм шулай уҡ өс "Лада" еңел автомобиленең асҡыстарын тапшырҙы.
Мобиль маммографтар Өфөгә, Октябрьскийға һәм Стәрлетамаҡҡа юлланасаҡ. Еңел автомобилдәр баш ҡала поликлиникаларында эшләйәсәк.
– Республика йорто алдындағы майҙанда медицина техникаһы асҡыстарын тапшырыу матур йолаға әүерелеп бара, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн табиптарға күсмә маммографтар тапшырабыҙ. Диагностикалауҙың мобиль саралары күп ауылдары булған ҙур республикабыҙ өсөн мөһим. Ошо ҡоролмалар ярҙамында ҡатындарҙы маммография үтер өсөн ҡалаға барырға мәжбүр итмәйбеҙ: табип уларға үҙе килә. Күкрәк биҙе шеше, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, заман афәте. Әммә ул тәүге стадияларҙа асыҡланһа, һөҙөмтәле дауалана.
Республика Башлығы, медицина хеҙмәткәрҙәренең эш шарттарын баһалап, яңы техниканы ҡараны. “МАЗ” шассиһындағы мобиль комплекстар автоном файҙаланыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
2020 йылда барлығы 162 миллион һумлыҡ һигеҙ күсмә маммография кабинеты һатып алынған. 7 июлдә медицина хеҙмәткәрҙәре биш машинаны ҡабул иткәйне.Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Маммоэкспресс” өс күсмә маммография кабинетының һәм шулай уҡ өс "Лада" еңел автомобиленең асҡыстарын тапшырҙы.

Читайте нас: