Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Август 2020, 11:59

Владимир Путин мәктәп уҡыусыларын бушлай йылы аш менән тәьмин итергә ҡушты

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин 11 августа үткән оператив кәңәшмәлә барлыҡ мәктәп уҡыусыларын бушлай йылы аш менән тәьмин итергә ҡушты, төбәктәрҙән тәҡдимдәр көтөүен белдерҙе.
«Мин йыл башында кесе кластарҙы бушлай йылы аш менән тәьмин итеүҙе тәҡдим иткәйнем. Шундай льгота илдең бөтә балаларына ла булырға тейеш. Бөтә төбәк башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм һәм президент хакимиәтен ошоно контролгә алыуын һорайым. Төбәктәрҙән тәҡдимдәр көтәм», — тип белдерҙе дәүләт башлығы.
22 июндә Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин башланғыс кластарҙы йылы аш менән тәьмин итеү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Бының өсөн 2020 йылға 21,8 миллиард аҡса бүленгән.
15 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, илдең 58 төбәге был үҙгәрешкә әҙер булыуын белдергән.
Читайте нас: