Башҡортостанда ауыл тренерҙары 600 мең һумлыҡ сертификат аласаҡ. Улар 11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡтан атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы буйынса эшләй. Был тренерҙар Архангел, Бәләбәй, Белорет, Бөрө, Балтас һәм Өфө райондарында йәшәй.
Төбәк Башлығы Р. Ф. Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдереүенсә, аҡса ҡулға түгел, сертификат итеп бирелә. Уларҙы өй һатып алыуға йәки төҙөүгә тотонорға мөмкин. Башҡортостан – Рәсәйҙә ошо программаны тормошҡа ашыра башлаған берҙән-бер төбәк. Уның менән башҡа төбәктәр ҙә ҡыҙыҡһына башлағандар. Әлегә программа өс йылға планлаштырылған, 250 тренерға аҡса биреү күҙаллана. Белгестәр әйтеүенсә, был ауылдарҙағы тренерҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә һәм спорт комплекстарын нығытырға булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостанда спортты үҫтереүгә, айыҡ тормошто пропагандалауға ҙур көс һалына. "Демография" милли проектының маҡсаттарына ирешеү өсөн бихисап саралар күрелә, үрҙәге эш шундайҙарҙың береһе.