Бөгөн Салауат ҡала судында Хәйруллиндар ғаиләһенә ҡарата асылған енәйәт эшен ҡарау башланды.
Барыһы ла ҡатындың танымаҫлыҡ булып үҙгәреүен билдәләй. Луиза үҙе тәфтиш изоляторында ултырғанда 13 килограмға ябығыуын йәшермәне. "Быға киләсәк өсөн даими көйәләнеү һәм борсолоу сәбәпсе", - тине ул. Судьяға Луиза ханым, эштең махсус тәртиптә ҡаралыуын теләп үтенес белдерҙе. Ләкин енәйәттең ауыр булыуын иҫәпкә алып уның мөрәжәғәте кире ҡағылды. Енәйәт эше дөйөм тәртиптә ҡараласаҡ. Луиза Хәйруллина шулай уҡ ҡылынған енәйәте өсөн үкенес белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың майында Россельхозбанктың Салауат ҡалаһынан 23 миллион һум юғалыуы асыҡлана. Шул уҡ көндө кассир Луиза Хәйруллина менән ире Марат һәм ҡыҙҙары менән юҡҡа сыға. Ғаиләнең эҙенә ике айҙан Ҡазан ҡалаһында сығалар. Луиза ҡулға алына. Юғалған аҡсалар әле табылмаған. Тәфтишселәр енәйәтте ойоштороусы Марат Хәйруллин булыуын фаразлай. Әле ул өйөндә арестта тотола.