Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2020, 12:00

Балалар пособиеһы арттырыласаҡ

#ВладимирПутин

Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы 2021 йылда 3 йәштән 7 йәшкә ҡәҙәр балалары булған аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ пособиены арттырыу тураһында норматив акт әҙерләй.
Унда аңлатыуҙарынса, түләүҙәр йән башына тура килгән килеме йәшәү минимунынан түбәнерәк булған ғаиләләргә тәғәйенләнә. Шуға күрә, министрлыҡ 2021 йылда пособие күләмен индексациялау мөмкинлеген маҡсатҡа ярашлы тип һанай.
Йыл башында Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә әйткәненсә, әгәр ғаиләләрҙе ярлылыҡтан сығарыу өсөн яңы түләүҙәр етмәһә, киләһе йылдан пособиелар күләмен йәшәү минимумынан ҡәҙәр, йәғни хәҙерге сумманан ике тапҡыр арттырырға мөмкин.
Был эштәр “Демография” мили проекты сиктәрендә башҡарыласаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: