Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2020, 11:57

Рәсәй Президенты Владимир Путин коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививканы финанслауҙы тәьмин итергә ҡушты

#ВладимирПутин

Йөкләмәлә гриппҡа ҡаршы вакцинацияны халыҡтың 60 проценты алырға тейешлеге билдәләнә.
Июль аҙағында илдәге санитар-эпидемиологик хәл тураһындағы кәңәшмә барышында Президент айырым көстәрҙең профилактика эшенә йүнәлтелергә тейешлеген асыҡланы. Ул шулай уҡ уҙған йыл гриппҡа ҡаршы прививканы Рәсәй халҡының яртыһынан артығы яһатҡанын һәм миллионланған кешеләрҙең ауырыуҙан һаҡланғанын билдәләп үтте.
Бынан тыш, Путин вакцинация ваҡытында иреклек принцибын иҫкә төшөрҙө. Ул кешенең шәхси һайлауы тип атаны, һәр кемдең үҙ сәләмәтлеге өсөн яуаплылығы тураһында иҫкә төшөрҙө.
Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы эшләнгән вакцинаны 12 августта теркәү көтөлә, тип әйтте һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев. Вакцинация процедураһын беренсе булып медицина хеҙмәткәрҙәре һәм хәүеф төркөмөндә булған кешеләр уҙасаҡ.
#ВладимирПутин
Читайте нас: