Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Август 2020, 12:59

МИЛЛИ ПРОЕКТ ЯРҘАМЫНДА БАШҠОРТ БАЛЫ ДОНЪЯ БАҘАРЫНА СЫҒА

#миллипроект #нацпроекты

Башҡорт балын Фарсы ҡултығы илдәренә, Америка, Африка һәм Японияға экспортлау мөмкинлеге ҡарала. Бының өсөн татлы ризыҡтың составын тикшереү мотлаҡ. Шишмә ауылындағы Рәсәй ауыл хужалығы идаралығы ҡарамағындағы һынау үҙәгендә ҡортсолоҡ продукцияһын антибиотиктарға һәм башҡа ҡатнашмаларға тикшереүҙәр үтә.
Ҡортсолоҡ продукцияһын донъя баҙарына сығарыу өсөн бал биш тиҫтәнән ашыу компонентҡа ҡаралырға тейеш. Балды артабанғы тишереүҙәргә әҙерләгәндән һуң, өлгөләрҙең физик һәм химик матдәләре заманса аппаратта анализлана.
Башҡортостанда бындай ҡоролманы һатып алыу өсөн федераль программа буйынса бюджеттан 36 млн һумдан ашыу аҡса бүленә. Һәр анализға тотона торған материалдар ҙа ҡиммәткә төшә. Әммә бындай прибор ентекле һәм теүәл һөҙөмтәләрҙе тиҙ арала күрһәтә. Әлегә тиклем тикшереүҙәр үткәндән һуң, сит илдәргә 20 тоннанан ашыу бал һатылған.
Белгестәр әйтеүенсә, әлегә 32 тонна бал экспортҡа әҙер, унда антибиотик табылмаған. Былтыр баҫыуҙарҙы химик эшкәртеүҙән һуң бал ҡорттарының һәләк булыуы асыҡланғайны, шуға күрә, ауыл хужалығының был тармағы зыян күргәйне. Быйыл иһә, умартасылар мул уңышҡа өмөтләнә. Республика етәкселеге лә умартасылыҡты заман талаптары буйынса үҫтереү яҡлы. Әле республикала сәнәғәт күләмендә татлы ризыҡ етештереү буйынса халыҡ-ара инвестиция проектын ғәмәлгә ашырыу өсөн әҙерлек башланды.
Билдәле булыуынса, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау” федераль проекты “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
#миллипроект #нацпроекты
Читайте нас: