Бөгөн Хөкүмәттә үткән кәңәшмә ваҡытында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектының үтәлешен тикшерҙеләр. Республиканың Юл хужалығы һәм транспорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Алан Марзаев белдереүенсә, быйыл 300 километрҙан ашыу автомобиль юлдары ремонтланасаҡ.
Милли проект сиктәрендә тағы өс төбәк проекты тормошҡа ашырыла: “Юл селтәре”, “Юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары” һәм “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге”. Быйыл уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 7 миллиард һум аҡса бүленгән.
Йыл аҙағына тиклем юлсылар Авдонға ҡәҙәр юлды ремонтлаясаҡ, Коммунистик, Объезд, һәм Ҡ. Моратов, Суханов, Ильич һәм Стәрлебаш тракты киҫелештәре, Калинин районында В. Лесунов урамы һәм Баландин тракты яңыртыласаҡ. Бынан тыш, 2020 йыл аҙағына Салауатта Бекетов урамын төҙөкләндереү тамамланасаҡ.
6,4 саҡырымға һуҙылған өс объектты ремонтлау тамамланған: Өфөнөң Үҙәк урамы һәм Дебовка ауылы янындағы, Стәрлетамаҡ-Салауат, Стәрлетамаҡтағы Хоҙайбирҙин урамы.
2020 йылда барлығы 305 саҡырым юл төҙөкләдерелә, 23 светофор, 248 юл билдәһе һәм 1 200 йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, юлдағы тәртипте көсәйтеү маҡсатында 459 камера ҡуйыласаҡ.