Бер төркөм башҡорт әҙиптәре Үҙәк Азия яҙыусылары һәм тарихсыларын берләштергән "Янги Овоз" ойошмаһының Директорҙар советы тарафынан "Туран Биримдиги" миҙалы менән бүләкләнде. Улар араһында журналыбыҙҙың баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, шулай уҡ яҙыусыларыбыҙ Марсель Сәлимов, Флүр Ғәлимов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Зөлфиә Ханнанова, Лариса Абдуллина, Фәнил Бүләков бар.