Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2020, 20:16

ВИРУС ЙОҠТОРОУСЫЛАР ҺАНЫ 7 МЕҢДЕ АШТЫ

Башҡортостан Башлығы битлек тәртибен көсәйтергә ҡушты.

Башҡортостанда пневмония менән сирләүселәр һаны кәмегән. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге ултырышта һаулыҡ һаҡлау министры МаксимЗабелин хәбәр итте.
Һуңғы тәүлектә 61 кешелә пневмония тапһалар, сирлеләрҙең 134-е һауығып сыҡҡан. Әлегә бар халыҡҡа вирусҡа ҡаршы прививка яһайҙар, август аҙағына тиклем вакцина алыусылар һаны 50 меңдән ашырға тейеш.
Санитар-эпидемиологик хәлгә килгәндә, Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар һаны 7 меңде ашты, һуңғы тәүлектә 34 кеше вирус йоҡторған. 5384 кеше был сирҙән һауығып сыҡҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битлек тәртибен, һаҡланыу сараларын көсәйтергә, социаль дистанция һаҡларға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, халыҡ йыйылған урындарға йөрөмәҫкә ҡушты.
Читайте нас: