Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2020, 19:08

"Милләт ғорурлығы" конкурсына эштәр ҡабул ителә

#Ағиҙелжурналы

Быйыл Рәсәйҙә тәүге тапҡыр "Милләт ғорурлығы" премияһы тапшырыласаҡ. Заявкалар ҡабул ителә башлаған да инде. Был премияға кемдәр дәғүә итә ала һуң?
Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы беренсегә ойошторған сарала туған телдәр уҡытыусылары, туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау буйынса проекттар авторҙары, ошо йүнәлештә әүҙем эшләгән кешеләр, журналистар һәм блогерҙар, халыҡ ижады оҫталары, этноэшҡыуарлыҡ ойоштороусылар, ижади коллективтар етәкселәре һәм ағзалары ҡатнаша ала. Йәғни "Милләт ғорурлығы" премияһы Рәсәй халыҡтарының этномәҙәни үҫеше һәм берҙәмлеген нығытыуға үҙ өлөшөн индереүселәргә тапшырыласаҡ.
Конкурс 7 номинацияла үткәрелә. Һәр береһе буйынса өсәр еңеүсе билдәләнәсәк. Документтар 15 сентябргә тиклем ҡабул ителәсәк һәм 30 сентябргә тиклем ҡараласаҡ. Ә бүләкләү тантанаһын Мәскәүҙә ноябрҙә Халыҡтар берҙәмле көнөн байрам иткәндә уҙғарыу планлаштырыла. Конкурс шарттары, номинациялар, ойоштороу комитеты һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт "Милләт ғорурлығы" премияһының сайтында бирелгән, инеп танышығыҙ һәм конкурста ҡатнашығыҙ, дуҫтар: http://премиягордостьнации.рф/
Читайте нас в