Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Башлығы Хакимиәте, Стратегик башланғыстар агентлығы, “Эшлекле Рәсәй”, "Сауҙа-сәнәғәт палатаһы", шулай уҡ төп эшҡыуарлыҡ берекмәләре. Инвестиция һабантуйында федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттарҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Экология, туризм һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу темалары күтәреләсәк, сара сиктәрендә Башҡортостандың инвестицион потенциалы күргәҙмәһе эшләйәсәк.
Бөгөн Сибайҙа мөһим сараға әҙерлек эштәре бара, төбәккә инвесторҙар йәлеп итеү буйынса һөйләшеүҙәр үткәрелә. Форумды ойоштороусылар әйтеүенсә, ул юғары кимәлдә үтергә тейеш. Уның төп маҡсаты – төбәктә уңайлы тормош шарттары һәм эш урындары булдырыу, инвесторҙар йәлеп итеү һәм бизнес өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыу.
Әйткәндәй, тап ошо көндә башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары-2020" йыр-моң конкурсының еңеүселәре билдәләнәсәк һәм гран-при яулаусыға төп приз – автомобиль тапшырыласаҡ.