Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Август 2020, 18:59

МӘСКӘҮ ҺЕҘҘЕ КӨТӘ, ЙӘШ ТАЛАНТТАР!

#нацпроекты

Бөтә Рәсәй “Таланттар марафоны” старт алды. Конкурсты Балаларҙы яҡлау фонды һәм Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берекмәһе ойоштора. Конкурс өс номинацияла үтә – хореография, вокал, нәфис һүҙ. Тәүге этап дистанцион рәүештә үткәрелә, аҙаҡ иң сағыу сығыштар Мәскәүҙә конкурс финалында күрһәтеләсәк.
Бөтә Рәсәй конкурсы финалында “Владимир Путин һәм Рәсәй ғаиләләре” фото күргәҙмәһе ойоштороласаҡ. Хөрмәтле күп бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр, белмәй ҡалмағыҙ, аҙаҡ үкенерһегеҙ, һеҙҙең талантлы балаларығыҙҙың ҡыйыу рәүештә конкурста ҡатнашыуын теләйбеҙ! Бөтә һорауҙарығыҙ менән 8-915-240-45-92 телефонына шылтыратығыҙ.
Конкурс “Демография“ милли һәм “Күп балалы Рәсәй” проекттарына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ. Уның төп маҡсаты – ғаилә традицияларын популярлаштырыу, балаларҙың ижади мөмкинлектәрен киңәйтеү, үҫтереү, күп балалыҡтың йәмәғәт статусын күтәреү.
Мәскәү һеҙҙе көтә, йәш таланттар!
Читайте нас: