Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханы үҙенсәлекле үтте. Берҙән, ул һуңлап ойошторолһа, икенсенән, коронавирус пандемияһы арҡаһында үҙгәрештәр индерелде.
Быйыл Башҡортостан буйынса 127 уҡыусы 100 балл алған, был хаҡта бөгөн республиканың мәғариф министрлығында хәбәр ителде.
Химия фәненән – 35, рус теленән – 25, информатиканан һәм физиканан 20-әр уҡыусы иң юғары баһа алған. Өс кеше бер нисә фәндән 100 балл йыйған. Иң юғары һөҙөмтәне Өфө ҡалаһының 153-сө мәктәбе һәм 83-сө лицейы биргән. Был ике уҡыу йортонда йәмғеһе 22 йөҙбалсы.
Билдәле булыуынса, быйылдан 100 балл алыусы уҡыусыны әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең күләмендә премия тапшырыласаҡ.