Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Август 2020, 09:07

Ҡуштауҙы эшкәртә башлағандармы?

...

Һуңғы көндәрҙә Ишембай районындағы Ҡуштауҙы эшкәртеүҙәре тураһында хәбәр ҡуйыра. Дөрөҫ хәбәрме, түгелме - нисек белергә? Шуны асыҡлау маҡсатында беҙ "Башҡортостан сода компанияһы"ның генераль директор урынбаҫары Рөстәм Басировҡа мөрәжәғәт иттек.
- Ҡуштауҙа нимә бара?
- Беҙ унда геологик эҙләнеү алып барабыҙ. Лицензия 2019 йылдың авгусында бирелгән. Беҙ Башҡортостандың Урман хужалығы менән урман биләмәһен үҙләштереү өсөн ҡуртым килешеүе төҙөргә, проектты раҫлатырға тейеш инек.
- Был хәл шау-шыу тыуҙырҙы. Уның сәбәбен ниҙә күрәһегеҙ?
- Әлбиттә, был реакция тыуҙырмай ҡалманы, шул иҫәптән урындағы халыҡта. Мин уларҙың борсолоуын аңлайым: тормошобоҙ насар яҡҡа үҙгәрмәҫме тип хәүефләнәләр.
- Халыҡтың хәүефһеҙлеге тәьмин ителерме, Ҡуштау тирәһендәге ауылдарҙың экологик балансы боҙолмаҫмы?
- Геологик эҙләнеү эштәре халыҡтың йәшәү уңайлылығына бер нисек тә тәьҫир итмәйәсәк. Тирә-йүндә был хаҡта имеш-мимеш күбәйҙе. Уларҙы махсус таратыусылар ҙа бар. Беҙ уларҙы фашлап торабыҙ.
- Ҡуштауҙа шартлатыу эше алып барыласаҡмы, ул нисек булыр?
- Был этапта бер ниндәй шартлатыу булмай. Урмансыларҙың бурысы - урман декларацияһы нигеҙендә геологтар быраулау урынына үтә алһын өсөн юл һыҙаттары ҡырҡыу.Беҙ уны сентябрҙә тамамларға уйлайбыҙ.
- Ни өсөн Ҡуштау предприятие өсөн шулай мөһим?
- Был беҙҙең сеймал базаһы. Дәүләт беҙгә Ҡуштауҙы сеймал сифатында бирҙе.Бик күп варианттар ҡаралды. Был тиҫтәләрсә йылдар өсөн мәсьәлә. Властар менән бергә бер нисә урындан өлгөләр ҙә алдыҡ: Ғүмәр, Ҡаран һәм башҡа ятҡылыҡтар. Уларҙағы эзбиз техник үлсәмдәре һәм сит ҡушымталары буйынса яраҡһыҙ. Химия сәнәғәте өсөн таҙа эзбиз кәрәк. СССР Дәүләт планлаштырыу комитеты заманында был урынды юҡҡа ғына һайламаған: тимер юл, Ағиҙел йылғаһы һәм таҙа эзбизле дүрт шихан. Беҙ булған ресурстар менән эшләйәсәкбеҙ.
"Башҡортостан"
Читайте нас: