Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Август 2020, 13:29

Юғары әҙерлек тәртибендә сираттағы үҙгәрештәр

#ҡороновирус

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кисә, 7 августа, коронавирус таралыу сәбәпле элегерәк индерелгән юғары әҙерлек тәртибенә яңы үҙгәрештәр индерҙе.
Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында урынлаштырылған, үҙгәрештәр ҡул ҡуйылған көндә үҙ көсөнә инә.
Хәҙер, документ нигеҙендә, барлыҡ сауҙа объекттары, финанс ойошмалары, медицина учреждениелары һәм кешеләр күпләп йыйыла торған башҡа урындар көн һайын тулы дезинфекция үткәрергә тейеш, кешеләрҙе шәхси һаҡланыу саралары булмағанда үткәреү тыйыла.
Яңы ҡағиҙәләр буйынса, шулай уҡ “Башавтотранс”тың барлыҡ автобустарында ла дезинфекция саралары булырға тейеш, ә пассажирҙарға салонда битлектәрһеҙ йөрөү ҡәтғи тыйыла, тиелә.
Читайте нас: