Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә эш сәфәре ваҡытында социаль һәм спорт объекттары төҙөлөшө, ихата территорияларын төҙөкләндереү барышы менән танышты, баш ҡаланың үҫеш мөмкинлектәре тураһында фекер алышты.
Башҡортостанда Өфөлә “Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы стелаһы” урынлашасаҡ урынды һайлау буйынса онлайн-тауыш биреү дауам итә. Унда барлыҡ теләүселәр ҡатнаша ала.
Стеланы урынлаштырыу урындарының береһен Радий Хәбиров ҡарап сыҡты. Был – Еңеү паркы ҡаршыһындағы аллеяға инеү майҙансығы. Идея авторҙары фекернсә, бында һәйкәл ҡуйыу төҙөлөш комплексына мәртәбә өҫтәйәсәк һәм Башҡортостан халҡының тылдағы хеҙмәт батырлығының әһәмиәтен асыҡлаясаҡ. Төбәк Башлығы тауыш биреү һөҙөмтәләрен көтөргә кәңәш итте.
Унан Башҡортостан Башлығы Тыныслыҡ урамында урынлашҡан “Китап” эшҡыуарлыҡ үҙәгендә булды. 2019 йылдың май айында унда “Минең бизнес” офисы асылды, унда эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамы буйынса консультация ала алалар.
– Һәр кемгә билдәле булған “Китап” инновацион эшҡыуарлыҡ йорто буласаҡ. Был, асылда, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса күләмле үҙәк. Хәҙер беҙ уны төҙөкләндерәбеҙ, барыһы ла матур булһын, – тине Радий Хәбиров. – Был бизнес-үҙәктә беҙ ҡаланың төнъяҡ өлөшө эшҡыуарҙарын йыйырға, уларға эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырырға тейешбеҙ.
Сипайлово биҫтәһендә “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә Яр буйы һәм Юрий Гагарин урамдарындағы биш йорт территорияһын төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә. Унда, атап әйткәндә, юлдарға, тротуарҙарға, йәйәүлеләр юлдарына асфальт түшәлгән. Шулай уҡ балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, эскәмйәләр урынлаштырылған. Һәр ҡайҙа видеокүҙәтеү системаһы ҡуйылған, газондар һалынған. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 35 миллион һум тәшкил иткән.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, Сипайлово матур заманса биҫтәгә әүерелгән. Әммә ихаталарҙа спорт майҙансығы етмәй. Төбәк етәксеһе уны урынлаштырыу мөмкинлеген ҡарарға һәм тейешле проект әҙерләргә ҡушты.
Артабан Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән һәм үҫмерҙәр өсөн Республика һауыҡтырыу үҙәген булдырыу проектын тормошҡа ашырыу менән танышты. Уны баш ҡаланың “Салют” шифаханаһында әҙерләйҙәр.
– 2022 йылда беҙ был проектты тамамларбыҙ тип өмөтләнәм. Ул беҙҙең “үҙенсәлекле” балаларға төрлө яҡлап үҫеш өсөн бик кәрәк, – тип билдәләп үтте Радий Хәбиров. – Киләсәктә Алкинола һәм Красноусолда балалар һауыҡтырыу шифаханаларына ла иғтибар итәсәкбеҙ. Был бик яҡшы объекттар, әммә уларҙы яңыртырға кәрәк. Бының өсөн беҙ һәр ваҡыт аҡса табасаҡбыҙ.