Был хаҡта Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев республика онкология диспансерының сираттағы корпусын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында белдерҙе.
Сменаһына 450 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән яңы поликлиника заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Иң ҡеүәтле компьютер тамографтары, рентген һәм УЗИ аппаратты ҡуйылған. Яман шешкә шикләнеп Өфөгә тиклем килеп еткән пациенттың диагнозы тиҙ арала ҡуйылырға тейеш тигән фекерҙә табиптар. Яман шеште иртәрәк асыҡлаған һайын, уны дауалау ҙа еңелерәк бирелеүен аҡ халатлылар яҡшы аңлай.
Республика онкология диспансерының яңы корпусын сафҡа индереү тантанаһында хатта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тулҡынланыуын йәшермәне. «Был бинаны бик оҙаҡ көттөк. 21 быуат афәтенә әйләнгән яман шеш менән көрәшкә Онкология диспансерының яңы корпусы һиҙелерлек өлөш индерер тигән өмөт бар», - тип билдәләне Радий Хәбиров. Республикала халыҡ сәләмәтлеге дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнәлеше. Пандемия шарттарында күп кенә объекттар төҙөлөшө туҡтатылып торған хәлдә лә һаулыҡ һаҡлау учрежденияларында эштәр тынғаны юҡ.
Был күренешкә Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Олег Гриднев та иғтибар итте. Башҡа төбәктәр саҡ инфекция дауаханаһын төҙөү менән булышҡанда, Башҡортостан онкологияны ла онотмай тип билдәләне ул.
Яман шеште дауалау шарттарын камиллаштырыу өлкәһендә бөгөн сафҡа ингән бина менән генә эш тамамланмай. Коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан республикала быйыл уҡ балалар онкология клиникаһына нигеҙ һалыу ҡарала.