Башҡортостанда санавиация вертолеттары тик Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында ғына бар ине. 2024 йылға тағы 10 вертолет майҙансығы булдырыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығында. Был эш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында булдырыла.
Бындай бер майҙансыҡҡа хеҙмәт күрһәтеү йылына 950 мең тирәһе буласаҡ. 10 вертолет майҙансығының өсөһө Өфөлә, берешәр – Баймаҡта, Белоретта, Нефтекама, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Асҡында һәм Мәсәғүттә буласаҡ. Әлегә Башҡортостанға тағы бер санитар авиация вертолеты һатып алынған, йыл аҙағына тиклем тағы берәү өҫтәләсәк.