Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2020, 16:42

Быйылдан башланғыс кластар бушлай туҡланасаҡ

#ВладимирПутин

Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғыс класс балаларын бушлай ашатыу ойоштороуҙы тәҡдим иткәйне. Был уңайҙан Рәсәй төбәктәренә 100 миллиард һумға яҡын аҡса бүленәсәк.
Был хаҡта 2020–2022 йылдарға раҫланған Хөкүмәт проектында белдерелә. Документта 58 төбәктә бөтә белем биреү учреждениеларының I–IV кластарҙы ҡайнар аш менән тәьмин итергә әҙер булыу тураһында күрһәтелә.
#ВладимирПутин
Читайте нас: