Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Август 2020, 18:09

Башҡортостанда 483 онлайн-лагерь эшләй

Уға республиканың һәр уҡыусыһы ҡушыла ала.

20 июлдән Башҡортостанда онлайн-ял итеү лагерҙары эшләй башланы. Әйҙәүселәр һәм педагогтар атай-әсәләрҙең һорауҙары буйынса ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән. Уларға хатта сит төбәктәрҙән (Краснодар крайы, Тюмень, Силәбе, Свердловск өлкәләре, Татарстан һәм Яма́л-Не́нец автоно́миялы о́кругы һ.б.) ҡушылыусар бар. Республика уҡыусылары менән тәрбиәләнеүселәр һаны 100 меңде ашып киткән.
Был юғары уңыштың сере шунда, лагерҙарҙы ойоштороуға үҙҙәренең ҡыҙыҡлы тәҡдимдәре менән республиканың барлыҡ министрлыҡтары вәкилдәре, Бөтә Рәсәй ирекле янғын һүндереү йәмғиәте, Башҡортостан Кванториумы ҡушылған.
Программа Башҡортостандың барлыҡ уҡыусыларын бергә тупларға, үҙҙәренең һәләттәрен асырға, каникулдарын сағыу төҫтәр менән биҙәргә ярҙам итә.
Читайте нас: