Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2020, 13:55

Сәйәхәтселәр һәм журналистар Башҡортостан менән таныша

#Башҡортостан #Ағиҙелжурналы

сәйәхәтселәр һәм федераль киң матбуғат хеҙмәткәрҙәре танышасаҡ. Турҙы “Рәсәй турҙары” проекты ярҙамында Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты ойоштора.
Төп маҡсат – республикабыҙ туризмын үҫтереү һәм уны Рәсәй кимәлендә, донъя баҙарында лайыҡлы күрһәтеү. “Рәсәй турҙары” проектына илдең 14 төбәге йәлеп ителгән.
Пресс-турҙа Рәсәйҙең ете ҙур туристик ойошма вәкиле һәм «Лента.ру», «Национальная Служба Новостей», «Новый Крит, The New Crete», «АиФ-Петербург», «Metro» и «Сноб Медиа» кеүек атаҡлы матбуғат селтәрҙәренең журналистары ҡатнаша. Улар дүрт көн дауамында Башҡортостандың тарихи ҡомартҡылары һәм иҫтәлекле урындары менән танышасаҡ. 9 августа Нуриман районында үтәсәк түңәрәк өҫтәлдә пресс-турҙың һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк.
Башҡортостан туризмының киләсәге яҡты һәм оҙон ғүмерле. Ошондай саралар уны үҫтерергә булышлыҡ итһен ине.
Читайте нас: