Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2020, 06:49

«Сәләмәтлек» милли проекты: Бөрө ҡалаһында заманса дауаханалар ҡалҡып сығасаҡ

#Миллипроект #нацпроекты

Проект сиктәрендә бер ҡыйыҡ аҫтында балалар һәм өлкәндәр поликлиникаһы төҙөлә. Дауаханалар 2020 йылда файҙаланыуға тапшырылыр тип күҙаллана.

Быйыл 12 майҙан алып унда төҙөлөш эштәре ҡайнай. Барыһы ла планға ярашлы башҡарыла.

Поликлиника бинаһының подвал өлөшө күп функциялы буласаҡ. 30-ҙан ашыу бүлмәлә заманса лабораториялар, конференциялар залы һәм келәттәр урынлаштырыласаҡ. Оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле белгестәр янына йәштәре лә эшкә алыныр тип көтөлә.

«Сәләмәтлек» милли проекты сиктәрендәге ҙур төҙөлөш 2 йыл эсендә тормошҡа ашырыласаҡ.

Бөрө үҙәк район дауаханаһы 1917 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан. Әлеге ваҡытта 170 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә. Баш табип белдереүенсә, бина яңы санитар талаптарға яуап бирмәй һәм майҙаны лы бәләкәй. Яңы объекттың смета хаҡы – 318 миллион һум, был сумманың 70 миллионы быйыл үҙләштерелергә тейеш.

Бөрө ҡалаһындағы төҙөләсәк поликлиника көнөнә 600 пациентты хеҙмәтләндерәсәк. Бинаның нигеҙе лә ныҡлы ҡоролған. Ер аҫты һыуҙары үтеп инмәһен өсөн ҡыйбатлы материалдар ҡулланылған. Заманса лабораториялары, ҡорамалдары булған поликлиниканы файҙаланыу хәүефһеҙ буласаҡ тип көтөлә.

Читайте нас: