Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте "Башавтотранс" автобустарын тағы 30 процентҡа арттырҙы. Былтырғы йылдың июль айынан алып бөгөнгәсә 623 автобус һатып алынған, уларҙы 323-ө баш ҡалаға тәғәйенләнгән. Йыл аҙағына тиклем Өфө юлдарын тағы 100 машина тулыландырасаҡ. 2018 йыл менән сағыштырғанда, баш ҡаланы хеҙмәтләндереүсе автобустар 68 процентҡа, рейстар һаны 41 процентҡа артҡан.
2024 йылға тиклем "Башавтотранс" автобустары тулыһынса яңырып бөтәсәк.