Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Август 2020, 14:04

ВЛАДИМИР ПУТИН ЛИВАНҒА ҠАЙҒЫ УРТАҠЛАШЫУ ХАТЫ ЕБӘРҘЕ

#ВладимирПутин

Кисә Ливандың Бейрут портындағы фажиғә тураһында хәбәрҙәр Интернет селтәрен һанаулы минуттарҙа урап сыҡты. Владимир Путин ҡаза күреүселәрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, Ливанға телеграмма юлланы.
Был хаҡта Кремль сайтының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Бында ул һәләк булыусыларҙың яҡындарының һәм туғандарының хәсрәтен бүлешә, зыян күреүселәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләй.
Бейрут диңгеҙ портында көслө шартлау 4 августа яңғырай. Һөҙөмтәлә әллә нисә саҡрымдағы биналар емерелә. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 78 кеше һәләк булған.
#ВладимирПутин
Читайте нас: