Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү буйынса сараларҙың үтәлешен тикшереү дауам итә.
Республиканың дәүләт төҙөлөшө комитеты апрель айынан алып 300-ләп төҙөлөш майҙанында хәүефһеҙлек сараларын, эш биреүселәрҙең вирусҡа ҡаршы талаптарҙы үтәүен тикшерҙе. Асыҡланыуынса, барлыҡ ойошмалар ҙа үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә хәүефһеҙ хеҙмәт урыны тәҡдим итә алмай. Тикшереү һөҙөмтәһендә 72 протокол төҙөлгән, улар суд ҡарамағына ебәрелгән.
Етди талап боҙоуҙар өлкәһендә, дезинфекция сараларының булмауы, гигиена талаптарын үтәмәү, йәшәү урынын таҙартыу, тәртиптә тотоу сараларының үтәлмәү, сир билдәләре булған кешеләрҙе эшкә алыу осраҡтары асыҡланған.
Әйтергә кәрәк, пандемия арҡаһында сикләүҙәр индерелһә лә, төҙөлөш эштәре туҡтатылманы. Шуға күрә, төҙөлөш ойошмалары иңендә хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығын һаҡлау кеүек ҙур яуаплылыҡ ята.