Әбйәлил районының юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығы эшселәре Асҡар-Әлмөхәмәт-Сибай юлын ремонтлай башланы.
Әлмөхәмәткә илткән юлдың насар булыуына был тарафтарҙа йәшәүселәр күптән зарлана ине. Айырыуса, Сибайҙың уҡыу йорттарында белем алыусы студенттарҙан, ошо трассанан күп йөрөүселәрҙән дәғүәләр күп ине. Ниһайәт, автобус водителдәренең һәм пассажирҙарының аҙапланыуҙарына сик ҡуйыласаҡ—алама юл участкаһына эшселәр һәм идаралыҡ техникаһы эш башланы. Юл төҙөлөш һәм ремонтлауҙың заказсыһы Башҡортостан Республикаһының юл хужалығы идаралығы, подрядсыһы--«Башкиравтодор» акционерҙар йәмғиәте.
– Трассаны төҙөкләндереү өс этапта үтәсәк, – ти Әбйәлил юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығының производство-техник бүлеге начальнигы Рифат Баймурзин. — 80 миллион һумға баһаланған беренсе этапта юлдың 6400 метры ремонтланасаҡ. Киләһе йыл дауам итәсәк икенсе этапта тағы 6000 метр юл арауығы төҙөкләндереләсәк. Дөйөм алғанда, 18 саҡрым юлды ремонтлау планлаштырыла. Әлеге көндә эшселәр юл япмаһын тигеҙләй.
Райондың Байым, Покровка ауылдары тарафтарында юлдарҙы төҙөкләндергән эшселәр һәм махсус техника эштәрен тамамлау менән яңы объектҡа йүнәлтеләсәк.