Форумда йәштәрҙе ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар көтә. Мәҫәлән, “Карьера оҫтаханаһы” онлайн-майҙансығында социаль проекттар әҙерләү, грант отоу серҙәренә төшөндөрәсәктәр, шулай уҡ Төньяҡ Кавказ федераль округының алдынғы эш биреүселәре менән аралашыу көтөлә. Был үҙ сиратында яҡшы эшкә урынлашырға мөмкинлек бирә.
Форум һөҙөмтәләре буйынса һәр ҡатнашыусыға сертификат тапшырыласаҡ. Әүҙем йәштәргә сараның партнерҙары бүләктәр ҙә әҙерләгән.