Тәрәнлектәр эҙләп, Асылыңда
Мәке уям ҡара һыуыҡта,
Тәрәнлекте тойһаң күҙҙәремдә,
Асылының ҡыҙы бит ул, тиеп,
Иҫкә төшөрөрһөң юҡ-юҡта.
Ирәмәлгә менәм мин ирәйеп,
Тауҙан йырлар йырым бар, тиеп.
Йырым һин бит, илем –
Башҡортостан,
Башҡортостан, һинең исемеңде
Йырлау мөмкин түгел баш эйеп.
Башҡортостан, һинең
ҡосағыңда
Һиңә оҡшап үҫкән мин – балаң.
Кендектәрем һинән киҫелмәгән,
Ауыр йәки еңел һәр көнөңдә
Һинең менән бергә тын алам.